“ПАНОРАМА БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан панорамаһы”), ижт.‑сәйәси респ. журналы. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. 2006 й. окт. алып Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — яҡынса 1,6 мең дана (2015). Журналда респ. ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни тормошо яҡтыртыла. Рубрикалары: “Сәйәсәт”, “Иҡтисад”, “Тарих”, “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Спорт”, “Тәбиғәт” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: М.Н.Муллаҡаев, Н.К.Әширов.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика