ПАНОВ Александр Константинович (1.5.1940, Чкалов өлк. Григорьевка утары — 28.1.2015, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991). Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). С.М.Киров ис. Ҡазан химик технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) “Авангард” з‑ды‑ ның махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй (1973 й. алып лаб. нач.), 1975 й. башлап ӨНИ‑нең Стәрлетамаҡ филиалында (1989 й. — нефтехимия з‑дтарының ҡорамалда‑ ры каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2005 й. алып БР ФА‑ның Стәрлетамаҡ филиалында баш ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑ты бүлеге мөдире (Стәрлетамаҡ ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге химик технология процестарына һәм аппараттарына арналған. П. тарафынан технология аппараттарының юғары һөҙөмтәле конструкциялары һәм уларҙы хисаплау, моделдәрен әҙерләү ысулдары, полимерҙарҙың экструзияһы процестарын интенсивлаштырыу өсөн формалаштырыу ҡорамалдары конструкциялары уйлап сығарылған. Асыштары “Каустик”, “Авангард” ААЙ‑ларында һәм БР‑ҙың башҡа пр‑тиеларында индерелгән. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Основы расчёта гидродинамических характеристик потоков неньютоновских сред при течении в каналах машин и аппаратов химической технологии. Уфа, 1984; Гидродинамика потоков аномально‑вязких полимерных систем в формующих каналах. Уфа, 1994 (авторҙ.); Аэродинамика дисперсных потоков в низконапорных аппаратах вихревого типа. Уфа, 1998 (авторҙ.).

А.И.Филиппов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика