ПАЛЛАС Пётр Симон (22.9.1741, Берлин — 8.9.1811, шунда уҡ), тәбиғәтте өйрәнеүсе, географ, сәйәхәтсе. Медицина д‑ры (1759). Лондон Король йәмғиәте ағзаһы (1764), Император Фәндәр һәм художество акад. академигы (1767). Германияла, Голландияла, Бөйөк Британияла уҡыған. 1767—1810 йй. Рәсәйҙә йәшәгән. Рәсәйҙең көньяҡ‑көнсығыш төбәктәрен тикшереү б‑са Академик экспедициялар етәксеһе. Экспедиция ваҡытында Урал тауҙарының төҙөлөшөн, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын; башҡорттарҙың хужалығын, традицион шөғөлдәрен һәм этнографияһын өй‑ рәнгән. Янғантау тәүге тапҡыр П. тарафынан тасуирлана. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Путешествие по разным местам Российского государства. Ч.2. Кн.1. СПб., 1786; Научное наследие П.С. Палласа. Письма. 1768— 1771. СПб., 1993.

Әҙәб.: С и д о р о в В.В. Исследователи края башкирского. Век XVIII. Уфа, 1997; С ы т и н А.К. Пётр Симон Паллас — ботаник. М., 1997; W e n d l a n d F. Peter Simon Pallas, 1741—1811: materialien einer Biographie. Berlin; New York, 1992.Bd. 1—2.

И.В.Күсемов

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Яндекс.Метрика