АҪЫЛМАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, элеп ҡуйыла торған көршәктәрҙә йәки вазаларҙа үренделәре һәленеп, үрелеп йәки түшәлеп үҫеүсе декоратив үҫемлектәр. А.ү. ҡайһы берҙәренең япраҡтары (яран, колеус, красула, седум, традесканция, хлорофитум һ.б.), ҡайһыларының сәскәләре (ҡыңғырау сәскә, лобелия, пеларгониум һ.б.) декоратив. Башҡортостанда ҡалҡансалы пеларгониум, шырт спаржа, аҡ сәскәле традесканция, ялбыр хлорофитум һ.б. үҫтерелә.

Әҙәб.: Сааков С.Г. Оранжерейные и комнатные растения и уход за ними. Л., 1983; Ботанический сад Института биологии Башкирского филиала АН СССР: крат. путеводитель. Уфа, 1987.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева