ПАЛИНОЛОГИЯ (гр. palinē— йоҡа саң һәм ...логия), ботаниканың һеркә һәм спораларҙы өйрәнгән бүлеге. Палиноморфология (спора һәм һеркә бөртөксәләренең, башлыса уларҙың ҡаты тышсаларының — экзоспорий һәм һирәгерәк периспорий — формаһын, төҙөлөшөн һәм үҫешен өйрәнә), палинотаксономия (үҫемлектәр систематикаһы һәм палеоботаник, геоморфологик һәм геол. мәсьәләләрҙе сисеү өсөн сағыштырма‑палиноморфологик мәғлүмәттәрҙе ҡуллана), мелиттопалинология (балдағы, бал ҡорттарының ҡорт йәттәһендәге һитәнең һәм һеркәнең составын өйрәнә), табип (поллиноздарҙы, һеркәгә аллергик реакция барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәрен өйрәнә, поллиноздарҙы асыҡлау һәм дауалау ысулдарын эшләй) һәм суд (криминалистикала спора‑һеркә анализын ҡуллана) П. айырыла. Башҡортостанда П. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. уртаһында, А.А. Чигуряева тарафынан башлана, ул Көньяҡ Урал яны үҫемлектәр донъяһының өсөнсө кайнозой осорондағы үҫеш этаптарын билдәләй. 50‑се йй. неоген һәм дүртенсел системаның (осорҙоң) флораһы өйрәнелә (Т.Д.Колесникова). 60‑сы йй. алып П. б‑са тикшеренеүҙәр Геология институтында (Г.Ә. Данукалова, В.К.Немкова, Л.И. Әлимбәкова, В.Л.Яхимович һ.б.) үткәрелә: кайнозойҙың төрлө осорҙарында Көньяҡ Урал алды флораһы һәм үҫемлектәр донъяһы составының үҙгәрештәре асыҡлана. Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәрендәге кайнозой ултырма ҡатламдарының стратигра‑ фик һәм корреляцион схемаларын эшләү өсөн ҡулланыла (ҡара: Палеонтология). Башҡорт дәүләт университетында 70‑се йй. аҙағынан һеркә аллергия ауырыуҙарының сығанағы булараҡ өйрәнелә (С.С.Хәйретдинов), 90‑сы йй. — уның Баймаҡ, Ишембай, Өфө ҡҡ. атмосфераһындағы (Э.И. Ғәндәлипова, С.Сарыджи һ.б.) һәм респ. умарталыҡтарында (Р.Г. Ҡорманов, Хәйретдинов һ.б.), ш. иҫ. Шүлгәнташ ҡурсаулығында (А.Я. Шәрипов), алынған балдың составы тикшерелә. Медицина университетында 80‑се йй. башлап поллиноз‑ дарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са эш алып барыла (Х.Х.Ганцева), орга‑ низмдың шәкәр сөгөлдөрөнөң һеркәһенә сенсибилизацияһының патогенезы (М.В.Арыҫланова, В.А.Стригин, С.А.Яруллина), балаларҙа поллиноздарҙың таралыуы (А.Р. Бикташева) һ.б.; Республика клиник дауаханаһында 90‑сы йй. уртаһынан һеркә аллергияһының клиник‑патофизиологик аспекттары (А.З.Фаюршин) тикшерелә.

Әҙәб.: Я х и м о в и ч В.Л., Н е м к о в а В.К., С е м е н о в И.Н. Стратиграфия плиоценплейстоценовых отложений Тимано‑Уральской области и их корреляция по Предуралью. М., 1973; Н е м к о в а В.К. История растительности Предуралья за поздне‑ и послеледниковое время //Актуальные вопросы современной геохронологии. М., 1976.

Г.Ә.Данукалова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика