ПАДМАНАБХАН Каппасами Анант (5.4.1945, Тривандрам ҡ., Һиндостан), физик. Физика д‑ры (1972). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1992), Һиндостан ФА‑ның (1994), Милли ФА‑ның (2000, Һиндостан) ағзаһы. Кембридж ун‑тын (1971, Бөйөк Британия), Варанас Һиндостан ун‑тын (1978) тамамлаған. Һиндостанда уҡытҡан: 1972–79 йй. — Варанас Һиндостан ун‑тында, 1980 й. алып Һиндостан технология ин‑тында (Мадрас ҡ.), 1997–2001 йй. — Һиндостан технология ин‑тында (Канпур ҡ.), 2006–08 йй. — Анна ун‑тында (Ченнай ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге фундаменталь һәм ғәмәли металлургия, пластик деформация механикаһы проблемаларына арналған. БР ғалимдары (В.В.Астанин, Ф.У.Йәнекәев һ.б.) м‑н берлектә фәнни тикшеренеүҙәр үткәргән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. А.Гумбольдт ис. пр. лауреаты (1995).

Х е ҙ м.: Superplastic Flow: Phenomenologyand Mechanics. Berlin [etc.], 2001 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика