ПАВЛОВ Сергей Витальевич (21.3. 1961, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2005), проф. (2009). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). Дзюдо б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1982). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1987). 1981 й. алып “Юлдаш” физик культура йортоноң спорт б‑са инструкторы һәм самбо б‑са тренер-уҡытыусыһы, 1986 й. — “Буревестник” ДСО‑ның ҡара‑ҡаршы көрәш б‑са ДЮСШ дир., 1987 й. башлап БДУ‑ла уҡыта, 2000 й. — Башҡ. физик культура ин‑тының уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са дир. урынбаҫары, 2015 й. алып 1‑се дир. урынбаҫары (бөтәһе лә — Өфө). Фәнни тикшеренеүҙәре көрәшселәрҙең спорт эшмәкәрлеге системаһында идара итеүгә (тхэквондо миҫалында) арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. БР Тхэквондо союзы президенты (1990 й. алып).

Х е ҙ м.: Контроль в спортивной деятельности тхэквондистов. Уфа, 2003; Спортивное тхэквондо. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика