АҪЫЛҒУЖИН Ғайсар Бәхтигәрәй улы (1.1.1944, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Ноҡат а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1963 й. алып Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1971 й. башлап бригадир, 1990 й. — мастер, 1999—2008 йй. — өлкән мастер. А. бригадаһы 9‑сы һәм 10‑сы биш йыллыҡтар осоронда эшләп сығарыу күләменең көндәлек нормаһын уртаса 140%‑ҡа еткереүгә өлгәшә. 11‑се биш йыллыҡ осоронда эшләп сығарыуҙың уртаса күләме 157% тәшкил итә, пландан тыш 1100 т продукция етештерелә. 1‑се (1986), 2‑се (1981), 3‑сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина