ПИЛОТҺЫҘ ОСОУСЫ АППАРАТ, осоу аппараты м‑н идара итеү маҡсатҡа ярашһыҙ йәки пилот өсөн хәүефле, ә пилотһыҙ аппарат техник характеристикалары б‑са өҫтөнөрәк булған шарттарҙа эксплуатацияланыу өсөн тәғәйенләнгән автоматик рәүештә идара ителгән аппарат. Бер тапҡыр (сәп‑самолёт, ҡанатлы хәрби ракета) һәм күп тапҡыр ҡулланыла торғандары (самолёт‑разведчик, патруль самолёты) була. П.о.а. итеп махсус проектланған аппараттар йәки туҙған ябай һәм дистанцион идара итеү системаһы м‑н йыһазландырылған МиГ‑21, Ил‑28 тибындағы самолёттар файҙаланыла. Улар ер өҫтөндәге хәрәкәтле һәм хәрәкәтһеҙ ҡулайламаларҙан, диңгеҙҙәге, һауалағы йөрөткөстәрҙән осоп китә ала. Уларҙа старт двигателдәре (стартты тәьмин итә) һәм траектория б‑са осоу двигателдәре (марш двигателдәре) файҙаланыла. П.о.а. ғилми‑тикшеренеү, халыҡ хужалығында, спорт һәм хәрби маҡсаттарҙа ҡулланыла. Башҡортостанда 1973—89 йй. П.о.а. Күмертау авиация производство предприятиеһында сериялы етештерелгән. Бер нисә типтағы сәп‑самолёттарҙың марш дви‑ гателе сифатында РД‑9Б һәм Р11‑300 тибындағы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе сығарған модернизацияланған турбореактив авиация двигателдәре файҙаланыла; 1985 й. тиклем РД‑9БКР двигателдәре сериялы етештерелгән (Ла‑17ММ сәптәрендә файҙаланыу дауам ителә). “Мотор” ҒПП‑нда “Машиналар эшләү ҒПБ” Хәрби сәнәғәт корпорацияһында (Реутов ҡ.) уйлап табылған диң‑ геҙҙә базаланған “Вулкан”, “Гранит” һәм “Метеорит” ҡанатлы ракеталары өсөн газ турбиналы КР17‑300, КР21‑300 һәм КР23 марш двигателдәре эшләнгән. “Стриж” (Ту‑141) П.о.а. “Мотор” ҒПБ‑нда уйлап сығарылған КР‑17А двигателе ҡуйыла.

Әҙәб.: Проектирование авиационных двигателей ГТД. Уфа, 1987.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Яндекс.Метрика