ПЛАСТИКТАРҘЫ АРМАТУРАЛАУСЫ МАТЕРИАЛДАР, арматураланған пластиктарҙағы төп йөкләмәне тотоп торған һәм уларҙың ныҡлығын, ҡатылығын билдәләгән тултырғыс. П.а.м. өҙлөкһөҙ еп, бау, таҫма, плёнка, сым, селтәр һәм төрлөсә үрелгән туҡымалар рәүешендә файҙаланыла. П.а.м. сифатында юғары ныҡлыҡтағы органик булмаған (бор, быяла һ.б.), органик (мәҫ., ароматик полиамидтар нигеҙендә) сүстәр һәм углеродлы сүстәр, еп һымаҡ кристалдар (карбидтар, оксидтар, нитридтар һ.б.), металл сым ҡулланыла. П.а.м. 20 б. 60‑сы йй. башлап Белорет металлургия комбинатында (металл сым), 1971 й. алып “СТЕКЛОНиТ” ААЙ‑нда (быяла еп, быяла туҡыма һ.б.) сығаралар. Шулай уҡ ҡара: Композицион материалдар.

Ю.С.Первушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика