СЫРКИН Алик Михайлович (15.7. 1939, Гомель ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. канд. (1968), проф. (1991). Чечен Респ. атҡ. фән эшмәкәре (2008), РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. химигы, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) Химия ин‑тында эшләгән. 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1977–86 йй. һәм 1992–2010 йй. дөйөм һәм аналитик химия каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1994 й. алып Башҡ. химия журналының, 2004 й. башлап “История науки и техники” (“Фән һәм техника тарихы”) ж. (икеһе лә – Өфө) яуаплы секретары. Фәнни хеҙмәттәре гетероцикллы берләшмәләр химияһын тикшереүгә, аналитик лаб. өсөн юғары таҙалыҡтағы реактивтар, лактар һәм буяуҙар етештереүҙә эффектив эреткестәр, полимерҙар, коррозия ингибиторҙары өсөн актив өҫтәмәләр, нефть һәм газ сығарыу процестарын интенсификациялау өсөн техник составтар, присадкалар эшләүгә, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия процестарын камиллаштырыуға, фән һәм техниканың үҫеш тарихын өйрәнеүгә арналған. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Циклические ацетали. М., 1984 (авторҙ.); Развитие системы нефтепродуктообеспечения Западной Европы. СПб., 2007 (авторҙ.); Становление и развитие процесса висбрекинга тяжёлого углеводородного сырья. М., 2008 (авторҙ.).

В.В.Зорин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Яндекс.Метрика