СЫЛБЫРЛЫ РЕАКЦИЯЛАР, башланғыс матдәләрҙең продукттарға әүерелеүенең элементар акттары (сылбыр) күп тапҡыр сиратлашыуы аша актив киҫәксәләр ҡатнашлығында (химик процестарҙа — иркен радикал, атом, ҡуҙғытылған молекула, ядро процестарында — нейтрон) башҡарылған химик һәм ядро процестары. С.р. механизмы үҙ эсенә сылбырҙың барлыҡҡа килеүен (юғары т‑ралар, нурланыш, тиҙ электрондар һ.б. тәьҫирендә, инициаторҙар ҡатнашлығында), дауам итеүен (циклды тәшкил иткән эҙмә‑эҙлекле реакциялар) һәм өҙөлөүен (ингибитор молекулаһында, мәҫ., антиоксиданттарҙа; радикалдар бәрелешеүе йәки сылбырҙы йөрөтөүселәрҙең ҡушылмалар м‑н үҙ‑ара химик тәьҫир итешеүе арҡаһында) ала. Тармаҡлы булмаған (сылбырҙың дауам итеү стадиялары ирекле валентлыҡ һаҡланыу принцибына ярашлы үтәләр, башланғыс матдәләр һәм реакция продукттары араһындағы актив киҫәксәләрҙең миҡдары бер төрлө; мәҫ., водородтың хлор м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе), тармаҡлы (актив үҙәктәрҙең ирекле валентлығы артыуына килтергән сылбырҙың тармаҡланыу стадияһы барлыҡҡа килеүе; мәҫ., кислородтың водород м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе) һәм боҙолған‑тармаҡлы (окисланыуҙың беренсел молекуляр продукты — гидропероксидтың — гомолитик тарҡалыуы арҡаһында актив үҙәктәрҙең күбәйеүенә килтергән стадия) С.р. айырылар. С.р. химик технологияның һәм тере организмдарҙың йәшәйешенең күп процестары нигеҙен тәшкил итә. Башҡортостанда С.р. өйрәнеү Н.Н.Семёнов, Н.М.Эмануэль инициативаһы б‑са 1968 й. Химия ин‑тында (В.Д.Комиссаров етәкс.), 1969 й. БДУ‑ла (Е.Т.Денисов етәкс.) башлана. Органик берләшмәләрҙең окисланыу процестарының, ш. иҫ. нитро‑, сульфоокисланыуҙың (Комиссаров, Р.Л.Сафиуллин, В.В.Шерешовец), кинетикаһын һәм механизмын өйрәнеү; ӨНИ м‑н берлектә (С.С.Злотский, Д.Л.Рахманҡолов) — диоксандарҙың радикал‑сылбырлы окисланыу реакциялары механизмын өйрәнеү б‑са эштәр башҡарыла. Винил һәм диаллил мономерҙар нигеҙендә (Г.В.Леплянин, Ю.Б.Монаков, Ю.А.Прочухан) продукттар алыу өсөн радикаллы полимерлашыу реакциялары, БДУ м‑н берлектә (М.И.Абдуллин, С.В.Колесов, К.С.Минскер) — полимерҙарҙың термоокисландырыу деструкцияһы процестары тикшерелә. БДУ‑ла (А.Я.Герчиков, В.С.Мартемьянов) органик берләшмәләрҙең юғары т‑рала окисланыу процестарының механизмын асыҡлау, органик берләшмәләрҙе термоокисландырыу деструкцияһынан һаҡлау ысулдарын эҙләү һәм өйрәнеү б‑са эштәр башҡарыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре майлағыс материалдар, КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) синтетик май кислоталары, синтетик май спирттары синтезлау процестарында; Өфөсинтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) — полиэтилен, фенол һәм ацетон етештереүҙә, Стәрлетамаҡ тәж.‑сәнәғәт нефтехимия з‑дында (ҡара: Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) ингибиторҙар етештереүҙә ҡулланыла. Полимерҙарҙы (Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында ҡулланылған; ҡара: “Каучук”), органик матдәләрҙе (Стәрлетамаҡ химия з‑дында; ҡара: “Каустик”) стабилләштереү ысулдары эшләнгән.

Әҙәб.: Денисов Е.Т. Кинетика гомогенных химических реакций. М. 1978; Семенов Н.Н. Цепные реакции. М., 1986.

А.Я.Герчиков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика