СУЛЬФОНДАР, RR’SO2 дөйөм формулалы (R һәм R’ — алкил‑, алкенил‑, алкинил‑, арил‑радикалдар) көкөрторганик берләшмәләре. Шулай уҡ икеләтә һәм өсләтә сульфондар билдәле. Тәбиғәттә һирәк осрай; ҡайһы бер хайуандарҙың ҡанында һәм бөйөр өҫтө биҙҙәрендә диметилсульфон табылған. С. — төҫһөҙ, башлыса кристаллик матдә, ҡайһы бер түбән алифатик С. — юғары ҡайнаусы еҫһеҙ шыйыҡса; күп органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, ҡайһы бер түбән молекулалы булғандары һыуҙа эрей. Сульфоксидтар м‑н сағыштырғанда түбән нигеҙлек м‑н характерлана. С. өсөн юғары химик һәм термик тотороҡлолоҡ хас. Күп ҡайтарыусылар тәьҫиренә инерт, диазометан, галогенлы, карбониллы берләшмәләр һ.б. м‑н реакцияға инә. Ароматик С. литийорганик берләшмәләр тәьҫирендә бензилсульфин к‑талары барлыҡҡа килтереп эске молекуляр төркөмләнеүгә дусар ителә. С. сульфидтарҙы йәки сульфоксидтарҙы окисландырып, сульфин к‑таларын йәки сульфинаттарҙы алкиллап, аллилсульфинаттарҙы термик төркөмләүгә дусар итеп алына. Ароматик С. киң ҡулланыла: ариленсульфондар нигеҙендә пластик массаларҙы конструкция һәм электротехника материалдары эшләүҙә, ҡайһы бер С. — дарыуҙар сифатында, мәҫ., 4,4‑диаминодифенилсульфонды (диафенилсульфон) һәм уның аналогы солюсульфонды махау ауырыуын (проказа) дауалар өсөн ҡулланалар. Сульфолан һәм сульфолен — эреткестәр. Башҡортостанда Органик химия институтында сульфолан рәтендәге әүерелеүҙәрҙе тикшереүҙәр нигеҙендә стероид булмаған антифлогистик һәм сей яраға ҡаршы сараларҙың яңы кластары (Д.Н. Лазарева, Ф.С.Зарудий, Б.В.Флехтер) табыла, сульфоландың полимерлашыу законлыҡтары (А.И.Воробьёва, Г.В. Леплянин, В.А.Никонов, А.Г.Толстиков, Г.А.Толстиков һ.б.) асыла, сульфолан эреткес итеп химик ток сығанаҡтарында (В.С.Колосницын) ҡулланыла, ароматик полисульфондар алыу ысулдары (А.Е.Егоров, М.Г. Золотухин, С.Н.Салазкин һ.б.), нефть сәнәғәтендә флотокоагулянт итеп ҡулланыу өсөн полиаминосульфон алыу технологияһы (Воробьёва) эшләнә. Нефть С. төҫлө металл мәғдәндәрен байытҡанда флотореагенттар сифатында ҡулланырға мөмкин (Ю.Е. Никитин, А.Х.Шәрипов). Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында В.С.Пилюгин етәкс. ҡайһы бер сульфондарҙың гербицидлы һәм гельминттарға ҡаршы активлығы өйрәнелгән.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика