СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ, судноларҙың энергетик ҡулайламаларында, ш. иҫ. газ турбиналы ҡулайламаларҙа, яғыулыҡ сифатындаҡулланылғануглеводородтар ҡатышмаһы. Агрегат хәленә ҡарап ҡаты (сеймал — антрацит, ядро яғыулығы), шыйыҡ (нефть, һәүерташтар, һоро күмер һ.б.), газ хәлендәге (углеводород газдар, водород һ.б.) С.я. айыралар. Нефтле С.я. таҙартыу дәрәжәһенә ҡарап дистиллятлы (солярка майҙарынан), ауыр (мазуттар); йәбешкәклеге б‑са ауыр — аҙ, уртаса, юғары йәбешкәкле С.я. бүленәләр. Аҙ йәбешкәкле С.я. гидротаҙартылмаған атмосфера баҫымында һәм вакуумда тура ҡыуылған дистилляттарҙы, икенсел эшкәртеү продукттарын (термик һәм каталитик крекингтың, кокслаштырыуҙың еңел һәм ауыр газойлдәре) ҡушып, юғары йәбешкәкле С.я. — нефтте тура ҡыуыу һәм деструктив процестар ҡалдыҡтарына урта дистиллятлы фракциялар ҡушып компаундлап алалар. Шыйыҡ С.я. көйөк барлыҡҡа килеүҙе, ванадий тәьҫирендә коррозияны кәметеүсе, янып бөтөү процесын һ.б. яҡшыртҡан присадкалар ҡушалар. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. уртаһында Өфө нефть эшкәртеү заводында, ЯңыӨфө нефть эшкәртеү заводында,  “Уфанефтехим” ААЙ‑нда юғары (СЛ, СВЛ, СВТ, СВС маркалы), аҙ йәбешкәкле (СМТ), ш. уҡ ИФО‑30, ИФО‑180, ИФО‑380 маркалы С.я. етештереү үҙләштерелә. Судно энергетик ҡулайламаларының файҙаланыу эффективлығын күтәрер өсөн С.я. алыу технологияһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр 70‑се йй. алып ӨДНТУ‑ла О.И.Рогачёва, З.И.Сөнәев етәкс. алып барыла, 80‑се йй. Н.К.Кондрашёва етәкс. тормошҡа ашырыла.

     Әҙәб.: Кондрашёва Н.К., Ахметов А.Ф. Судовые топлива. Уфа, 2001.

Н.К.Кондрашёва

Тәрж. Ф.А.Ғималова


 

Яндекс.Метрика