СТРУНИН Борис Павлович (28.2.1952, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Өфө аҡһым‑витамин концентраттары тәж. з‑дында, 1979 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында эшләй. 1994 й. башлап “Поливит” ЯСЙ (Өфө) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге аминокислоталарҙың функционалланған сығарылмаларынтикшереүгә, гетероцикллы һәм фосфорорганик берләшмәләр алыутехнологияларын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында глифосат, Фосулен гербицидтары, Виньет, Роксацинфунгициды уйлап табыла һәм 80‑се йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтының тәж. з‑дында, Вурнар ҡатнаш препараттар з‑дында (Сыуашстан Респ.) етештереүгә индерелә; ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн СНО—ГЛИФ композицияһы (1991—93 йй. “Химпром” ПБ‑нда), микробтарға ҡаршы Фуразонал препараты (1991 й. “Каустик” ААЙ‑нда; икеһе лә — Волгоград ҡ.), антибактериаль Политрил препараты, хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың етештереүсәнлеген күтәргән Полизон стимуляторы (1999—2005 йй. “Авангард” пр‑тиеһында) эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика