СТИРОЛ, в и н и л  б е н з о л, ф е н и л  э т и л е н, С6Н5СН=СН2, полистирол мономеры. Стиракс составында, таш һәм һоро күмер ыҫмалаларында, органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. нефть углеводородтарының, термик деструкция продукттарында бар. Төҫһөҙ, әсе еҫле шыйыҡса, мол. м. 104,14, tиреү ‑30,63°С, tҡайнау 145°С, тығыҙлығы 905,9 кг/м3, tтоҡаныу 34,4°С. Күп органик эреткестәрҙә эрей, органик берләшмәләрҙе, ш. иҫ. полимерҙарҙы, эретә. Ароматик берләшмәләр һәм олефиндар үҙсәнлектәренә эйә, окислана. Һыу м‑н азеотроп ҡатышма (масса б‑са 66%‑ын С. тәшкил итә), комплекслы берләшмәләр, полимерҙар (ҡайһы саҡ шартлау м‑н; антиоксиданттар mpem‑бутилпирокатехин, гидрохинон һ.б. м‑н тотороҡландырыла), акрилонитрил, малеин ангидриды, бутадиен һ.б. м‑н сополимерҙар, ике валентлы терегөмөш берләшмәләре ҡатнашлығында гидратация һәм артабан натрий борогидриды м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп α‑фенилэтил спирты (ҡара: Хуш еҫле матдәләр), термоэластопластар барлыҡҡа килтерә. Галогендар, алюмин хлориды ҡатнашлығында бензол һ.б. м‑н реакцияға инә. Парҙары юғары тын юлдарының лайлалы тиресәһен ҡуҙғыта, баш ауыртыуға, үҙәк һәм вегетатив нервы системаларының боҙолоуына килтерә; ПДК‑һы 5 мг/м3. Күбеһенсә этилбензолды газ фазаhында 580—650°С т‑рала, хромдың сесквиоксиды, калий йәки натрий гидроксиды, ванадий оксиды м‑н промоторланған тимер оксиды ҡатнашлығында каталитик дегидрирлап, 1‑фенилэтанолды дегидратациялап, пиролиздың шыйыҡ продукттарынан айырып алалар. Бутадиен‑стироллы каучуктар, полиэфир һәм ион алмаштырыусы ыҫмалалар, АБС‑пластиктар (акрилонитрил‑бутадиен‑стирол), САН‑полимерҙар (стирол‑акрилонитрил), винилхлорид м‑н сополимерҙар һ.б. алыу өсөн ҡулланалар; алкидлы ыҫмалалар модификаторы һәм полиэфир ыҫмалаларҙы эретеүсе. Башҡортостанда 1968 й. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ситтән килтерелгән этилбензол, 1969 й. — урындағы сеймал нигеҙендә С. етештереү үҙләштерелгән.

Ю.И.Пузин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Яндекс.Метрика