СПИРТТАР, туйындырылған (алкоголдәр), туйындырылмаған (енолдар), углерод атомдарының ароматик ҡулсаһы (фенолдар) молекулаларында 1 йәки бер нисә гидроксил (ОН) төркөмлө углеводород сығарылмалары. С. өсөн ИЮПАК номенклатураһы б‑са (метанол, этанол һ.б.), тривиаль (метил спирты — ағас, этиллы‑шарап һ.б.) һәм рациональ (карбинолдың гомологик рәт сығарылмалары) атамалар ҡулланыла. Традицияға ярашлы, ҡайһы бер дарыуҙарҙы (бор, салицил, камфора С. — ярашлы рәүештә бор, салицил к‑таларының, камфораның этиллы С. эретмәләре; нишатыр С. — аммиактың һыуҙағы эретмәһе) ш.уҡ С. тип атайҙар. Үҫемлектәрҙә тәбиғи спирттар осрай. ОН‑төркөмдәр һаны б‑са — бер (алкоголдәр, беренсел, икенсел, өсөнсөл булыуы мөмкин), ике (гликолдәр), өс (глицерин), күп атомлы; углеводород радикалының төрө б‑са алифатик (этил спирты), алициклик (циклогексанол), май ароматик (бензил спирты), гетероциклик С. айырыла. С. — шыйыҡсалар йәки ҡаты матдәләр, күп органик эреткестәрҙә яҡшы эрей. Бер атомлы (C1—C3), гликолдәр (C7 тиклем), глицерин һыу м‑н сикһеҙ ҡушыла; юғары С. һыуҙа эремәй. Һыу, ҡайһы бер органик берләшмәләр м‑н — азеотроп ҡатышмалар, һелтеле металдар м‑н — алкоголяттар, аммиак м‑н — аминдар, көслө минераль к‑талар м‑н — ул к‑таларҙың эфирҙары йәки ябай эфирҙар, карбон кислоталары м‑н ҡатмарлы эфирҙар барлыҡҡа килтерә. Беренсел спирттар йомшаҡ шарттарҙа — альдегидтарға, карбон к‑таларына, икенселдәре кетондарға окислана, өсөнсөлдәре окисланыуға тотороҡло. Эфирҙар йәки олефиндар барлыҡҡа килтереп, сағыштырмаса еңел дегидратациялана, углеводородтарға әйләнеп ҡайтарыла. Алифатик С. (С1—С3) характерлы алкоголь еҫле, (С4—С5) — татлы тынсыу, арилалифатик С. емеш‑еләк еҫенә эйә; юғары алифатик еҫһеҙ С., түбән алифатик С. еңелсә наркотик йоғонто яһай. Олефиндарҙы катализаторҙар булғанда гидратациялап, карбониллы берләшмәләрҙе ҡайтарып, алкилгалогенидтарҙы, ҡатмарлы эфирҙарҙы гидролизлау, углерод окисын гидрирлау юлы м‑н алалар; этил һ.б. ҡайһы бер С. тәбиғи шәкәрҙәрҙе ферментатив әсетеү юлы м‑н алалар. Эреткестәр, органик берләшмәләр синтезлауҙа ярым продукттар, мотор яғыулығы итеп, синтетик буяуҙар, синтетик сүстәр, пластик массалар, лак‑буяу материалдары, синтетик йыуыу саралары, пластификаторҙар, мономерҙар етештереүҙә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә ҡулланыла. Башҡортостанда аҙыҡ‑түлек сеймалынан этил С. етештереү 18 б. уртаһында шарап ҡыуыу заводтарында башлана. Б.В. һуғышы йылдарында Өфөгә Лохвицкий спирт з‑ды (Украина ССР‑ы Полтава өлк.), махсус спирттар з‑ды (Мәскәү) эвакуациялана. 20 б. 50‑се йй. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) — синтетик этил С., Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) — бутил спирттары, Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) — синтетик глицерин, Салауат нефтехимия комб‑тында һәм КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) синтетик май спирттары етештереү үҙләштерелә. БР‑ҙа “Башспирт” ДУП‑ы аҙыҡ-түлек сеймалынан этил С. сығара.

Р.Ф.Талипов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Яндекс.Метрика