СӨНӘЕВ Заһиҙулла Исхаҡ улы (10.12.1929, Урта Волга крайы Мордва милли округы Татар Велязьмаһы а. — 7.1.2001, Мәскәү), химик- технолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Техник ф. д‑ры (1970), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1974), БАССР- ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1984). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй (1959—62 йй. тәж.‑тикшеренеү цехы нач.). 1958 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1962 й. алып ӨНИ‑нең нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире, 1970 й. — ректоры. 1976—99 йй. И.М.Губкин ис. Дәүләт нефть һәм газ акад. (Мәскәү): нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1980 й. башлап тармаҡ лаб. етәксеһе, 1983—88 йй. химия‑технология ф‑ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре нефть дисперслы системаларының физикаһын һәм химияһын өйрәнеүгә арналған, С. тарафынан төҙөлөш үҙенсәлектәре б‑са уларҙың үҙ‑ара физик- химик бәйләнеше т‑дағы теоретик ҡараштар артабан үҫтерелә, “нефть системаһының экстремаль торошо” тигән төшөнсә индерелә. С. тарафынан яңы нефть продукттары алыу F1lюғары сифатлы төрлө тәғәйенләнештәге нефть кокстары, нефть пектары, судно яғыулыҡтары, дистиллят һәм нефть фракциялары ҡалдыҡтары нигеҙендә ҡойолоусан материалдарҙың уҡмашыуына һәм йәбешеп туңыуына ҡаршы профилактик саралар һ.б.) процестарын интенсивлаштырыу принциптары тәҡдим ителә. С. етәкс. ӨНИ‑лә 1971 й. илдә тәүгеләрҙән булып студенттарҙың ҒТИ ойошторола. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 130 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Х е ҙ м.: Производство, облагораживание и применение нефтяного кокса. М., 1973; Нефтяной углерод. М., 1980; Дисперсные состояния в каталитических системах нефтепереработки. М., 1992 (авторҙ.).

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 


                                                                    

 

 

Яндекс.Метрика