СМОРОДИН Александр Алексеевич (23.9.1933, Көнбайыш Себер крайы Барбаза ҡсб — 22.12.2009, Салауат ҡ.), инженер‑технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1975). 1952 й. алып 18‑се комб‑тта (Салауат) эшләгән. 1959 й. башлап Бөтә союз “Техмашимпорт” берекмәһенең (Мәскәү) ҡорамалдар ҡабул итеүсе инженеры. 1962—94 йй. (өҙөклөк м‑н) “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда: ҡулайламалар нач., 1964 й. алып полиэтилен етештереү цехы нач., 1971 й. — нефтехимия производствоһы з‑дының баш инженеры, 1978 й. — спирттар з‑ды дир., 1984 й. — “Салаватнефтехимремстрой” тресы идарасыһы, 1991 й. — ген. дир. иҡт. б‑са урынбаҫары. 1986—91 йй. “Химволокно” Башҡ‑н ПБ‑ның (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.) ген. директоры. С. ҡатнашлығында этилен окисы, полиэтилен, этилен‑пропилен, полистирол, бутил спирттары һ.б. етештереү процестары файҙаланыуға тапшырыла. 12 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1982). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

В.А.Потеряхин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

      

 

Яндекс.Метрика