СМОГ (ингл. smog), ҙур ҡалаларҙа, сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның антропоген ташландыҡтар м‑н ныҡ бысраныуы. Ҡышҡы (лондон) — төтөн һәм сәнәғәт газ ҡалдығы ҡушылмаһы булған ҡуйы томанды (нигеҙҙә, көкөрт диоксидлы), йәйге (лос‑анджелес) — юғары концентрациялы зәһәр газ һәм аэрозолдәр япмаһын (нигеҙҙә, озон һәм азот диоксидынан торған) айыралар. Елһеҙ һауа торошо булғанда атмосферала транспорт газы, ҡыҫҡа торбалар сығарып ташлаған яныу газдары насар һауа алмашыу шарттарында (йылыраҡ һауа ҡатламының ер өҫтөндәге һалҡынынан өҫтәрәк тороуы) ҡышҡы; ҡояштың УФ‑радиацияһы тәьҫирендә антропоген ташландыҡтар араһында барған фотохимик реакциялар йәйге С. (фотохимик) барлыҡҡа килтерә. Бысратыусы матдәләрҙең концентрацияһы тиҙ арала кеше һаулығы өсөн хәүефле кимәлгә етеүе, тын алыу насарайыуына, лайлалы тиресәнең ҡуҙғыуына, ҡан әйләнеше боҙолоуына килтереүе мөмкин. Интенсив һәм оҙайлы С. ауырыуҙар һаны, үлемдең артыуына сәбәп булып тора. 2007 й. Башҡортостанда бөтә сығанаҡтарҙан атмосфераға ташланған бысраҡ матдәләрҙең тулайым ташландығы 1074 мең т тәшкил итә, уларҙың 62%‑ы — автомобиль транспорты ташландыҡтары. С. Стәрлетамаҡ, Өфө һ.б. ҡалалар өҫтөндә күҙәтелә. Тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы һәм С. кәмеүе бысратыусы матдәләрҙең күләме кәмеүгә бәйле. 20 б. 80‑се йй. аҙ. “Авангард” пр‑тиеһының ғилми- технология үҙәгендә Ф.М.Ғәзизов етәкс. к‑та ташландыҡтарын комплекслы таҙартыу ҡоролмаһы эшләнә, ул Алексин, Котовск, Ҡазан, Мәскәү, Пермь, Соликамск ҡҡ. пр‑тиеларында ҡулланыуға индерелгән.

Әҙәб.: Государственный доклад о состоянии окружающей природной среды в Республике Башкортостан в 2007 г. Уфа, 2008.

Е.С.Сандалова

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Яндекс.Метрика