СИСИН Михаил Фёдорович (17.11.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Ивановка а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Салауатнефтехимия комб‑тында эшләй: 1959 й. алып тәж.‑тикшеренеү цехы нач., 1963 й. — полиэтилен производствоһы нач., 1965 й. — баш инженер, 1969 й. башлап нач., 1972 й. — ген. директор. 1975—1985 йй. СССР нефтехимия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары. С. етәкс. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) гидроформинг, платформинг, дизель яғыулығын гидротаҙартыу, аэрогель, полиэтилен, аммиак, карбамид, бутил спирттары һәм май спирттары, этилен окисы, метилэтилкетон етештереү ҡулайламалары, стирол һәм этилбензол етештереү б‑са комплекс һ.б. үҙләштерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 10‑сы, БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1963) орд. м‑н бүләкләнгән.

                                         В.А.Потеряхин     

                                      Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров      

 

Яндекс.Метрика