СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ, мотор яғыулығының бер төрө; ҡаты яғыулыҡтарҙың термохимик тарҡалыуы йәки газификацияһы м‑н алынған һәм эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡатышмалары. Ҡаты яғыулыҡтарҙың (күбеһенсә һоро күмер, янар һәүерташ, һирәгерәк таш күмер, торф) 3 стадиялы каталитик деструктив гидрогенизацияһы 380—500°С т‑рала һәм водородтың 10–70 МПа баҫымында үткәрелә; был осраҡта күмерҙең органик массаларының яҡынса 50%‑ы химик составы б‑са тура ҡыуылған нефткә оҡшаған бензинға әйләнә; ш. уҡ дизель яғыулығыһәм мазут барлыҡҡа килә. Ҡаты яғыулыҡтарҙың (һоро күмер, ярым кокс, антрацит, кокс һ.б.) парлы‑кислородлы газификацияһы синтез‑газ (водород һәм углерод оксиды ҡатышмаһы) алыу өсөн 800—1300°С т‑рала газогенераторҙарҙа үткәрелә, ул газды 220—320°С т‑рала һәм 1,5—2,5 МПа баҫымда каталитик эшкәртеү арҡаһында н‑алкандар һәм алкендар  ҡатышмаһы, ш. уҡ аҙ кимәлдә кислородлы берләшмәләр барлыҡҡа килә. Газификациялап С.ш.я. етештереү өсөн сеймал итеп нефттең ауыр ҡалдыҡтары (гудрон, крекинг‑ҡалдыҡ һ.б.) йәки тәбиғи углеводород газдары ҡулланылырға мөмкин. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙ. 18‑се комб‑тта (ҡара: “ГазпромнефтехимСалават”) Бабай ятҡылығындағы (ҡара: Һоро күмер ятҡылыҡтары) һоро күмерҙе, ш. уҡ Ишембай НЭЗ‑ының (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) һәм Өфө нефть эшкәртеү заводының крекинг‑ҡалдыҡтарын юғары т‑рала парлы‑һауалы газификациялап С.ш.я. сығарыу б‑са завод төҙөлә. Башҡортостанда ҙур нефть ятҡылыҡтары асылыу м‑н С.ш.я. алыу өсөн ҡулланылған ҡорамалдар нефтехимия продукттары һәм нефть сеймалынан реактив яғыулыҡтар етештереү өсөн ҡулайлаштырыла.

 

В.А.Потеряхин, С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова


 

Яндекс.Метрика