СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ, бер атомлы С6—С20 спирттары. Һыуҙа күбеһенсә эремәй, этил спиртында, эфирҙа яҡшы эрей; тиҙ ҡабына, мол. м. артыу м‑н шартлау ҡуркынысы кәмей. С—О, О—Н бәйләнештәре өҙөлөү м‑н реакцияларға инә. С.м.с. актив металдар (натрий, калий, магний, алюмин) м‑н бәйләнешкә инеп — тоҙҙар (алкоголяттар), кислоталар, карбон к‑таларының ангидридтары һәм хлорангидридтары м‑н — ҡатмарлы эфирҙар; окисландырыусылар тәьҫирендә беренсел спирттар — альдегидтар һәм к‑талар, икенсел спирттар кетондар барлыҡҡа килтерә. Катализаторҙар ҡулланып олефиндарҙы баҫым аҫтында 100—200°С т‑рала гидроформиллаштырып (модификациялау ҡиммәтле нормаль төҙөлөшлө продукттар сығышын арттыра), алюминорганик синтез ярҙамында (реакция продукттары — нормаль төҙөлөшлө йоп һанлы углерод атомы булған, ректификация м‑неңел айырылыусы, юғары сифатлы һәм түбән сығарылышлы беренсел С2—С20 спирттары), синтетик май кислоталарының эфирҙарын гидрирлап (к‑таларҙы метил спиртыйәки бутил спиртым‑нэтерификациялау продукттары); парафиндарҙы 12—С20) бор к‑таһы ярҙамында 160—170°С т‑рала һәм атмосфера баҫымында һауа кислороды м‑н окисландырып (реакция продукттары — түбән сифатлы беренсел, икенсел спирт ҡатышмалары); үҫемлек майҙарын (кокос, пальма, пальмоядролы, талл, етен, мамыҡ, кастор майҙары) һәм туң майҙарҙы каталитик гидрирлап йәки гидролизлап (продукттары — йоп һанлы углерод атомы булған С8—С18, С14—С20 спирттары) алалар. Флотореагенттар, лак‑буяу материалдарын, синтетик ыҫмалаларҙы эретеүселәр, пеногасителдәр компоненты, вулканизацияны тиҙләтеүсе итеп, анионлы, ионоген булмаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр етештереүҙә ҡулланалар. С6—С10 спирттары һәм дикарбон к‑талары эфирҙары — полимер пластификаторҙары, синтетик майлағыс май һәм консистентлы май компоненттары, С7—С9 спирттары һәм метакрил к‑таһы эфирҙары — мотор яғыулығы һәм минераль майҙарға өҫтәлеүсе депрессор присадкалары нигеҙе. Башҡортостанда 1967 й. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) С.м.с. етештереү цехы эксплуатацияға тапшырыла. 70‑се йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) стационар монохром катализаторҙа синтетик май к‑таларын тура гидрирлап С.м.с. (С10—С16 фракциялары) эшләгән тәж.‑сәнәғәт цехы эшләй, һуңыраҡ алюминорганик синтез ярҙамында эшләгән, триэтилалюмин алыу, артабан уны этилен м‑н полимерлашыу, юғары алюминтриалкилдарҙы окисландырыу һәм алюмин алкоголяттарын гидролизлау стадияларын үҙ эсенә алған С6—С20 фракцияларының С.м.с. производствоһы ойошторола (ҡеүәте йылына 48 мең т).

 

В.А.Докичев

Тәрж. Ф.А.Ғималова


 

Яндекс.Метрика