СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ, нефтехимия сеймалынан алынған, 6‑нан да кәм булмаған углерод атомынан торған алифатик рәттәгесинтетик карбон к‑талары. Туйынған, күбеһенсә нормаль һәм изо‑төҙөлөшлө, составында ди‑, гидрокси‑ һәм кетокарбон к‑талары һ.б. берләшмә ҡушылмалары булған монокарбон к‑таларының ҡатышмалары. Фракцияларҙың составына ҡарап аҡ төҫтән алып асыҡ һары төҫтәге майлы шыйыҡсалар, маздарға оҡшаш йәки ҡаты продукттар булыуы мөмкин. Ҡайһы берҙәре үҙенсәлекле һаҫыҡ еҫле; изо‑төҙөлөшлө к‑таларҙың ҡатышмалары түбән иреү һәм ҡайнау т‑раһы, юғары йәбешкәклек, органик эреткестәрҙә яҡшы эреүе м‑н айырылып тора. Нигеҙҙәр йәки һелтеле металдар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеп — тоҙҙар, спирттар м‑н минераль к‑талар ҡатнашлығында ҡатмарлы эфирҙар барлыҡҡа килтерә. Башлыса С.м.к. — уртаса ағыулы матдәләр, яраланмаған тирене, лайлалы тиресәне ярһытыуға һәләтле. Төп синтезлау ысулы — парафиндарҙы 105—120°С т‑рала һәм атмосфера баҫымында (катализатор — марганец берләшмәләре) һауа кислороды ярҙамында окислау һәм артабан натрий карбонаты эретмәһе м‑н нейтралләштереү, натрий гидроксиды эретмәһе м‑н гидролизлау, көкөрт кислотаһы м‑н эшкәртеү һәм фракцияларға айырыу. Парафиндарҙан синтезлауға сағыштырғанда, өҫтәмә продукттары аҙ булған оксоспирттарҙы окислау ысулы м‑н С12—С15, С16—С18  фракциялары синтезлана. Пластик майҙар, синтетик май спирттары, лактар һәм лак‑буяу материалдары (пигменттар еүешләнеүен һәм үтә ныҡ ваҡланыуын яҡшырта, уларҙың ултырыуына һәм буяуҙарҙың йәбешкәклеге үҙгәреүенә юл ҡуймай), латекстар һәм синтетик каучуктар (бутадиен тотороҡло мономерҙарҙы полимерлаштырғанда ҡулланылған эмульгаторҙар), ионоген булмаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, һабын һәм синтетик йыуыу саралары, алифатик аминдар һәм амидтар, резиналарһәм резинатехник изделиелар өсөн ингредиенттарҙы йомшартыу саралары һәм диспергаторҙар; ракета яғыулығына туҙыуға ҡаршылыҡты арттырыу өсөн өҫтәмәләр; яһалма күн; дизель яғыулығына депрессорлы присадкалар алыу өсөн, май шәме производствоһында ҡулланалар. Башҡортостанда 1960 й. КПСС‑тың 22‑се съезы ис.Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) Д.Ф.Варфоломеев етәкс. С.м.к. етештереү үҙләштерелә (20 б. аҙ. ҡеүәте йылына 50 мең т). БР ФАның тәжрибә з‑дында С.м.к. юғары т‑рала ҡайнаған фракцияларының йәки ирегән майҙарҙан алынған май к‑таларының аминдар реакцияһы продукттары м‑н ҡатышмалары нигеҙендә “Нефтехим” коррозия ингибиторы рецептураһы эшләнә.

В.А.Докичев

Тәрж. Ф.А.Ғималова


 

Яндекс.Метрика