СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, фармакол. активлыҡ күрһәткән һәм дарыуҙар әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән химик берләшмәләр. Органик булмаған һәм органик С.д.б. айырыла. Органик булмаған С.д.б. Д.И.Менделеев периодик системаһы төркөмдәре б‑са классификациялана (мәҫ., водород перекисы С.д.б. VI төркөмөнә ҡарай), органик С.д.б. алифатик, ароматик һәм гетероцикликҡа бүленә. Алифатик һәм ароматик С.д.б. — функциональ төркөмдәре б‑са (мәҫ., карбон кислотаһы, фенол сығарылмалары), гетероциклик С.д.б. гетероциклдың тәбиғәте б‑са (мәҫ., пиримидин, фенотиазин сығарылмалары) айырыла. С.д.б. күбеһен ярым синтетик (тәбиғи сығышлы матдәләрҙе органик синтез ысулдары м‑н үҙгәртеп), биол. (мәҫ., стероид гормондарҙы синтезлағанда микробиол. окислау) һәм биотехнологик ысулдар м‑н алалар. С.д.б. сығанаҡтары: минераль сеймал (мәҫ., кальций хлоридын аҡбурҙан хлорлы водород к‑таһы м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп алалар), таш күмер ыҫмалаһы (пиколиндар фракцияһынан — пиридин сығарылмалары: никотин к‑таһы, изониазид һ.б.), дарыу үләндәре сеймалы (мәҫ., тәбиғи морфиндан — этилморфин һәм налтрексондың ярым синтетик аналогтары), микроорганизмдар (мәҫ., тәбиғи антибиотиктарҙан — ампициллин, цефепимдың ярым синтетик аналогтары), хайуандарҙың ағзалары (мәҫ., тәбиғи кортикостероидтарҙан дексаметазон һәм флуоцинолон ацетонидының ярым синтетик аналогтары алалар). С.д.б. сифат контроленә дусар ителә (фармакопея статьяларының талабы: дөрөҫлөк, таҙалыҡ, һан яғынан миҡдары һ.б. күрһәткестәр). Дарыуҙарҙы стандартлаштырыуға дөйөм талаптар һәм уларҙы анализлау ысулдары Дәүләт фармакопеяһында килтерелгән. С.д.б. — фарм. химияның төп өйрәнеү объекты. Башҡортостанда биол. актив берләшмәләр һәм улар нигеҙендә С.д.б. эҙләү Медицина университетында, Нефтехимия һәм катализ институтында, Органик химия институтында, БДУ‑ла, ӨДНТУ‑ла алып барыла. БДМУ‑ла һәм Органик химия ин‑тында иммуномодулләгән, антиоксидантлы һәм гепатопротекторлы һ.б. активлыҡ күрһәткән үҙенсәлекле иммурег дарыу препараты эшләнә.

Әҙәб.: Иммурег‑Immureg. Уфа, 2004; Вартанян Р.С. Синтез основных лекарственных средств. М., 2005.

Ф.Әәлиуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова


 

Яндекс.Метрика