СИНТЕТИК БУЯУҘАР, төрлө (күбеһенсә сүсле) материалдарға һәм изделиеларға төҫ биргән органик берләшмәләр. Буяуҙың төҫө молекулала хромофор төркөм булыуына бәйле [эйәртеүле икеләтә бәйләнешле__үҫешкән система һәм уға бәйләнгән электрон донорлы һәм (йәки) электрон акцепторлы төркөмдәр етә]. Хромофор системанан башҡа С.б. молекулаларында төрлө үҙсәнлектәр биргән урын алыштырыусылар булыуы мөмкин. С.б. техник һәм химик классификацияһы бар. Техник классификация буяуҙарҙың үҙсәнлектәрен, буялған материалдарҙың тәбиғәтен, буяу ысулдарын, буяуҙың субстрат м‑н бәйләнеш характерын иҫәпкә ала. Эреүгә һәләтлеге б‑са һыуҙа эреүсе (к‑талы, нигеҙле, көйҙөрөп биҙәк төшөрөүсе, тура, актив), һыуҙа эремәүсе (кублы, көкөртлө, дисперслы), һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эремәүсе (органик пигменттар һәм лактар), органик мөхиттә эреүсе (ацетон, майҙа, спирттарҙа эреүсе) С.б. айырыла. Химик классификация хромофор системаларҙың оҡшашлыҡ принцибын күҙ уңында тота. Полиметиленлы, антронлы С.б., нитро‑ һәм нитрозобуяуҙар, арилметанлы, антрахинонлы, хинониминлы, азометинлы, азобуяуҙар, формазонлы, индигоид, кублы полициклик, перинонлы, макрогетероциклик (иң мөһимдәре фталоцианинлы) С.б. айыралар. С.б. етештереүҙә иң рациональ ысул — триадалар уйлап табыу (һары—ҡуйы ҡыҙыл—зәңгәр), уларҙы ҡатнаштырып (ЭВМ‑да төҫтәрҙе иҫәпләү мәғлүмәттәре б‑са) С.б. төрлө төҫтәге һәм төҫмөрҙәге ҡатнаш маркаларын алып була. Башҡортостанда С.б. сүс, төрлө текстиль материалдары, күн, тире, ҡағыҙ, ағас һ.б. буяр өсөн, органик мөхиттәрҙә эреүсе С.б. бензин, парафин, спирт, балауыҙ, үҫемлек майҙарын, синтетик сүстәрҙе, пластмассаларҙы, резиналарҙы буяр өсөн ҡулланалар. Башҡортостан буҫтау комбинатының (1971—2011 йй.), “Туймазытекс” ЯАЙ‑ның (1986—2008 йй.) буяу цехтарында файҙаланғандар, Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһының (1988 й. алып) буяу цехында, көнкүреш хеҙмәте пр‑тиеларында ҡулланалар. 80‑се йй. Химия ин‑тында (Т.В.Романко, Ю.А.Сангалов) биол. актив энтомологик елемдәр алыу өсөн һары буяуҙар (майҙа эреүсе Жёлтый К һәм Жёлтый Ж, изатин һ.б.) файҙаланыу б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре үткәрелә. 1968 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның Өфө тәж. з‑ды (ҡара: Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводы) составында ш. уҡ ин‑ттың 5‑се бүлегенең тәж.‑тикшеренеү эштәрен тәьмин итеү өсөн С.б., лактар һәм уларҙың ҡатышмаларын етештереү цехы ойошторола.

Әҙәб.: С т е п а н о в Б.И. Введение в химию и технологию органических красителей. 3‑е изд., перераб. и доп. М., 1984; Г о р д о н П., Г р е г о р и П. Органическая химия красителей. М., 1987.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Яндекс.Метрика