СИМОНОВ Вадим Дмитриевич (3.9.1916, Киев — 16.7.2004, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1966) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы химигы (1974). Киев индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) Рубежанск химия комб‑тында эшләй. 1941 й. алып инженер‑конструктор, 1943 й. — цех, производство‑техник бүлек нач., 1948 й. — Өфө химия з‑дында баш инженер. 1960 й. башлап “Башнефтехимзаводы” берекмәһенең нач. урынбаҫары. 1964—87 йй. Бөтә союз Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тына нигеҙ һалыусы һәм 1970—80 йй. дир., бер үк ваҡытта ӨНИ уҡытыусыһы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге төп органик химия һәм нефтехимия синтездары технологияһы м‑н бәйле. С. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑ды цехтарын, Салауат нефтехимия комб‑тында мочевина производствоһын эксплуатацияға тапшырыу м‑н етәкселек итә. С. етәкс. илдә тәүгеләрҙән булып трихлорэтилен, монохлоруксус к‑таһы, 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһы төркөмө гербицидтарын етештереү үҙләштерелә; ҡайһы бер пестицидтар алыу технологияһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә, уларҙың препаратив формалары булдырыла. С. тарафынан химик берләшмәләрҙең ҡайһы бер кластарының “активлыҡ—структура” бәйлелеген өйрәнеү методологияһы булдырыла һәм билдәле үҙсәнлеккә эйә булған биологик актив матдәләрҙе эҙләү үткәрелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 100 уйлап табыу авторы. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

     Хеҙм.: Формирование гипотез в аналитической химии с помощью ЭВМ. М., 1976 (авторҙ.); Сорбиновая кислота. М., 1977 (авторҙ.); Методы получения и реакции 6‑замещённых пиридонов‑2. М.,1983.

                                                                          А.М.Колбин

                                                               Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров 

 

Яндекс.Метрика