СИДОРОВ Георгий Маркелович (21.1.1961, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Таштамаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Өфө резина- техник изделиелар з‑дында эшләгән. 1989 й. һәм 2012 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1999 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 2005 й. башлап “Каустик” ААЙ‑ның технология һәм үҫеш б‑са баш инженер урынбаҫары, 2008 й. — Өфө трансформаторҙар з‑дының проект етәксеһе, 2009 й. алып “Каскад” фәнни‑инжиниринг үҙәгенең (Өфө) дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ҡатышмаларын фракциялағанда энергия һаҡлаусы технологиялар эшләүгә һәм экологик яҡтан таҙа мотор яғыулыҡтары алыуға арналған. Технологиялары РФ, Ҡаҙағстан, Литва, Үзбәкстан нефть эшкәртеү з‑дтарына индерелгән. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 38 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2013), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2015) лауреаты.

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика