СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11.1942, Томск өлк. Каргасок а.), химик. Химия ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләй. 1976 й. алып БДУ‑ла (1981 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1986 й. — Химия ин‑тында: 1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1998 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре полимерҙар физикохимияһы, уларҙың эретмәләре структураһы, диендарҙы полимерлаштырғанда ионлы‑координацион каталитик системаларҙың полиүҙәкләшеүе, металлоцендар ҡатнашлығында винил мономерҙарын комплекслы‑радикальполимерлаштырғанда актив үҙәктәрҙең бер төрлө булмауы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә; үҫемлек һәм хайуан сығышлы сеймал нигеҙендә дарыуҙар етештереүгә арналған. С. ҡатнашлығында офтальмология һәм хирургия өсөн азидарег препараты, пролонгирланған шешеүгә ҡаршы дарыу плёнкалары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 13 уйлап табыу авторы. С.Р.Рафиҡов ис. пр. лауреаты (2002).

     Хеҙм.: Active Sites of Polymerization. Multiplicity: Stereospecific and Kinetic Heterogeneity.  Leiden,  2005 (авторҙ.).

 

                                              Ю.Б.Монаков

                                            Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика