СӘФӘРОВ Марс Ғиләж улы (18.4. 1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Айҙарәле а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1986), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ уҡыта. 1980 й. алып БДУ‑ла (2006 й. тиклем органик химия каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре кислородлы гетероциклик берләшмәләр (диоксандар, диоксиндар, пирандар, фурандар) химияһын, Принс реакцияһын, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларын, ш. иҫ. суперэкотоксиканттарҙың йоғонтоһон, тикшереүгә арналған. С. тарафынан синтетик каучуктар, хуш еҫле матдәләр, биологик актив матдәләр (фуранол), шыйыҡ кристаллы берләшмәләр етештерер өсөн һыҙыҡлы һәм цикллы мономерҙарҙы, ш. иҫ. диен углеводородтарын, эффектив синтезлау ысулдары эшләнгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. “Диоксин" респ. программаһының ғилми етәксеһе (1993—95). Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе идараһы рәйесе (1990—96). “Почёт Билдәһе" орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Механизмы реакций ацеталей. М., 1987 (авторҙ.); Рассказы об экологии жилища. Уфа, 2007; Основы органической химии. М., 2012 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Яндекс.Метрика