СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ, катализды химия, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланыу. Донъя производствоһының дөйөм күләмендә барлыҡ продукцияның 18%‑ҡа яҡынын тәшкил иткән 300‑ҙән ашыу (дөйөм һандан 80—90%‑ы) каталитик процестар файҙаланыла. Органик булмаған синтезда көкөрт кислотаһы, азот кислотаһы етештереү, аммиак синтезы һ.б. каталитик процестар ҡулланыла; органик синтезда — гидридлау (майҙарҙы гидрогенлау, бензолдың циклогексанға, нитробензолдың анилинға әүерелеүе), полимерлашыу, галогендарҙы ҡушыу, фталь ангидриды алыу өсөн нафталинды окислау реакциялары, метил спирты, этил спирты, ацетилендан альдегид һәм винилхлорид, синтетик каучук алыу өсөн мономерҙар синтезлау реакциялары һ.б ҡулланыла. Нефть эшкәрткәндә каталитик крекинг, алкиллаштырыу, каталитик риформинг, гидрокрекинг, изомерлаштырыу, гидротаҙартыу файҙаланыла. Күмерҙе каталитик эшкәртеп синтетик шыйыҡ яғыулыҡ алалар. Иң эре күләмле процестарға этилендың этиленоксидҡа, метил спиртыныңформальдегидҡа, пропилендың акролеинға окисланыуы ҡарай. С.к. ш. уҡ бүленеп сығыусы газдарҙы зарарлы органик ҡушылмаларҙы углерод оксидына өҫтәмә рәүештә окислап таҙартыр өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда нефть эшкәртеүҙә цеолитлы, алюмосиликатлы катализаторҙарҙа үтеүсе каталитик крекинг (ш. иҫ. автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы компоненттарын алыр өсөн), дизель фракцияларын көкөртлө берләшмәләрҙән кобальт‑, молибден‑, никель‑, алюминлы катализаторҙарҙа гидротаҙартыу, бензин фракцияларын (октан һанын арттырыу өсөн) платиналы һәм платина‑ренийлы катализаторҙарҙа каталитик риформинг процестары иң ҙур күләм тәшкил итә. Юғары калориялы авиация яғыулығын ароматик углеводородтарҙы вольфрам, никель сульфидтары, алюмин оксиды булған катализаторҙарҙа гидридлап алалар. С.к. ш. уҡ ҙур күләмле органик булмаған продукттар — тәбиғи газдан никелле катализаторҙарҙа техник водород, тимерле катализаторҙарҙа аммиак, сульфованадийлы катализаторҙарҙа көкөртлө газды окислап көкөртлө ангидрид алыр өсөн ҡулланалар; ҙур күләмле органик продукттар — көмөшлө катализаторҙарҙа этилен оксиды, цинк, тимер, хром оксидтары булышлығында стирол, хром оксиды ярҙамында каучуктар етештерер өсөн мономерҙар алыу һ.б. өсөн ҡулланалар. Металл комплекслы катализ киң ҡулланыла. Алюмин хлоридтары һәм алкилхлоридтары комплекстарын ҡулланып полиизобутилен, Циглер—Натт катализаторҙары булғанда (титан, вольфрам галогенидтарының алюминалкилдар йәки алюминалкилгалогенидтар м‑н тәьҫирләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән комплекслы берләшмәләр) полиизопрен һәм этилен‑пропиленлы каучуктар синтезлау процестары индерелә. С.к. ярҙамында сәнәғәт газдарын көкөртлө органик ҡушылмаларҙан таҙартыу, автомобиль транспортының төтөн сығарыу газдарын тулы яндырыу һ.б. экология проблемалары хәл ителә.

Әҙәб.: Долгов Б.Н. Катализ в органической химии. Л., 1959; Масагутов Р.М., Морозов Б.Ф., Данилова Р.А. Отравление металлами и старение катализаторов крекинга. М., 1968; Прокопюк С.Г., Масагутов Р.М. Промышленные установки каталитического крекинга. М., 1974.

Р.М.Мәсәғүтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика