СӘЛИМОВ Фәрит Абдрахман улы (6.2.1953, Чимкент ҡ. — 14.5.2006, Өфө), химик‑органик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2000). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (Чимкент, 1974) Химия ин‑тында эшләй, 1992 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тында дөйөм мәсьәләләр б‑са дир. урынбаҫары, 1995 й. — Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑ның дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре пиридинлы нигеҙҙәрҙе бер стадиялы синтезлау проблемаларын тикшереүгә арналған. С. тарафынан пиридиндар нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн реагенттар булдырылған һәм “Азнакаевнефть”, “Елховнефть” (икеһе лә — ТР), “Когалымнефтегаз” (Төмән өлк.), “Чернушканефть” (Пермь өлк.) һ.б. пр‑тиеларҙа етештереүгә индерелгән. С. ҡатнашлығында глифен, метафен, мортран, бисол, купробисан гербицид һәм фунгицид препараттары, коррозия ингибиторҙары эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 74 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в синтезе пиридиновых оснований. М., 2003 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика