СӘЛИМГӘРӘЕВА Ирина Мөхәмәт ҡыҙы (15.1.1936, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а. — 8.6.2008, Өфө), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында смена начальнигы. 1962 й. алып Химия ин‑тында (1974 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1986—91 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре олефиндарҙы олигомерлаштырыу, гидросилилирлау, гидрогермилирлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. С. ҡатнашлығында нефтехимия синтезы өсөнюғары эффективлы катализаторҙар, махсус тәғәйенләнешле каучук модификаторҙары, түбән молекуляр биостимуляторҙар эшләнә. 70 фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

    Хеҙм.: Реакция гидросилилирования олефинов. М., 1982 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Ф.А.Ғималова


 

Яндекс.Метрика