СӘЙФУЛЛИН Нур Рәшит улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Йүкәле Шишмә а.— 1.11.2007, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1996). Куйбышев политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) “Оргнефтезаводы” пр‑тиеһында (Мәскәү), 1985 й. — Бөтә Союз “Зарубежцветмет” берекмәһендә эшләй (Куба Респ.). 1988 й. алып “Башнефтехимзаводы” ПБ‑нда баш технолог, 1991 й. — баш инженер урынбаҫары, капиталь төҙөлөш б‑са техник дир. урынбаҫары, 1992 й. — реконструкция һәм үҫеш б‑са дир., 1994 й. — баш инженер, Яңы Өфө НЭЗ‑ында ген. дир.; 1998 й. — производство идаралығы нач., “Башнефтехим” ААЙ ген. директоры. 2000 й. башлап  “Башнефть” ААЙ ген. дир., 2001 й. — “Башкирэнерго” ААЙ ген. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000—02 йй. Башҡ‑н яғыулыҡ компанияһы президенты. 2003 й. — БР сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа итеү министры урынбаҫары, 2006 й. — БР сәнәғәт, инвестициялар һәм инновациялар сәйәсәте министрының 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2005 й. алып “Башнефтехим” ААЙ ген. директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге минераль майҙар һәммотор яғыулығы етештереү технологияһын булдырыуға арналған. С. етәкс. респ. нефть эшкәртеү з‑дтарында этилланмаған юғары октанлы бензиндар, юғары сифатлы майҙар, әҙ көкөртлө экологик яҡтан таҙа дизель яғыулығы етештереү яйға һалына. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

   Хеҙм.: Селективная очистка масляного сырья. М., 1998 (авторҙ.); Деасфальтизация нефтяного сырья пропаном. М., 2003 (авторҙ.).

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Яндекс.Метрика