СЕМЁНОВ Николай Николаевич (3.4.1896, Һарытау ҡ. — 25.9.1986, Мәскәү), физик, физик‑химик, йәмәғәт эшмәкәре. СССР ФА акад. (1932). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966, 1976). Петроград ун‑тын тамамлаған (1917). 1957 й. алып Химия фәндәре бүлеге акад.‑секретары, 1963—71 йй. СССР ФА вице‑президенты. Фәнни хеҙмәттәре молекуляр физиканы,электрон күренештәрҙе, химия физикаһын, химик кинетиканы, яныу теорияһын, металл комплекслы катализды, ҡаты йөҙҙәрҙә пар конденсацияһын, электрон бәрелеш һәм башҡа күренештәр тәьҫиренән тоҙ парҙары ионлашыуын, диэлектриктың электр тишеүҙәрен тикшереүгә һәм уның йылылыҡ теорияһын эшләүгә арналған. С. тарафынан газ ҡатышмаларының йылылыҡ шартлауы теорияһы уйлап табылған; ялҡындың таралыуы, шартлаусан матдәләрҙең детонацияһы һәм яныуы т‑да тәғлимәт һ.б. эшләнгән; тармаҡланған сылбырлы реакциялар, сылбырлы ялҡынланыу күренеше асылған һәм сылбырлы реакцияларҙың дөйөм һанса теорияһы булдырылған; полимолекуляр адсорбцион ҡатламдарҙа, йоҡа плёнкаларҙа ионлы‑гетероген катализ асылған һәм ирекле валентлыҡ төшөнсәһе роле артабан үҫтерелгән. Башҡортостанда С. инициативаһы м‑н 1967 й. СССР ФА БФ эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә, 1969 й. БДУ‑ла химик кинетика каф. асыла. 1960—63 йй. “Белем” Бөтә Союз йәмғиәте идараһы рәйесе. СССР ЮС‑ының 5—7‑се саҡырылыш депутаты. Нобель (1956), Ленин (1976), СССР‑ҙың Дәүләт (1941, 1949) пр. лауреаты.

     Хеҙм.: Цепные реакции. Л., 1934; О некоторых проблемах химической кинетики и реакционной способности. М., 1958; Наука и общество. М.,1981.

                                                                                    Е.Т.Денисов

                                                                         Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров  

 

 

Яндекс.Метрика