АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ, а.х. производствоһының махсуслашыуын һәм структураһын, игенселек һәм малсылыҡ системалары үҙенсәлектәрен, техник ҡорамалландырыуҙы, капитал һалыуҙы, хеҙмәтте ойоштороуҙы һәм етәкселек итеү формаларын билдәләүсе ойоштороу, иҡт., технологик һәм соц. принциптар йыйылмаһы. Йәмғиәттең аҙыҡ-түлеккә һәм а.х. сеймалына ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн матди‑техник, хеҙмәт һәм финанс ресурстарын һөҙөмтәле ҡулланыуҙы тәьмин итә. Ауыл хужалығын алып барыу системаһының формалашыуы һәм үҫешенең төп факторҙары булып тәбиғи, иҡт., ойоштороу, демографик, соц. һәм фәнни‑техник факторҙар тора. Терр. кимәл б‑са ил, респ., зона, район, пр‑тие системалары; тармаҡ билдәһе б‑са дөйөм алғанда а.х. һәм АСК, игенселек, малс‑ҡ, айырым тармаҡтар, культуралар һәм продукция төрҙәре; фактор‑технологик билдәләр б‑са машиналар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ауыл хужалығы малдарын ашатыу һ.б. айырыла. 20 б. 50‑се йй. уртаһынан Башҡортостанда етештереүҙе юғары дәрәжәлә дөйөмләштереү; агросәнәғәт интеграцияһының үҫеше һәм махсуслаштырылыуы; комплекслы ауыл хужалығын механизациялау, электрлаштырыу, химиялаштырыу, ерҙәрҙе мелиорациялау нигеҙендә етештереүҙе арттырыу; үҫемлекселектә һәм малсылыҡта интенсив һәм ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар ҡулланыу; хужалыҡ итеүҙең яңы ойоштороу‑хоҡуҡи формалары эшләүен һәм тирәҡ мөхитте һаҡлау талаптарын иҫәпкә алып, а.х. һәм АСК м‑н идара итеүҙә иҡт. ысулдарға күсеү системаларын файҙаланыу б‑са эштәр алып барыла. А.х.а.б.с. өлкәһендә Аграр университетта (М.Б.Айыуханов, М.С.Ғөбәйҙуллин, Ү.Ғ.Ғосманов, Р.Р.Исмәғилев, Р.Н.Сайранов, М.Б.Әмиров һ.б.), Биология институтында (Б.М.Миркин, Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, М.Ғ.Сираев, Н.Г.Фенченко, В.М.Шириев һ.б.) фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

Р.А.Борханов

Тәрж. М.Н.Моратшина