СВЕТКИН Юрий Владимирович (9.12.1920, Аткарск ҡ. — 23.8.1988, Днепропетровск ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1968), проф. (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кишинёв ун‑тын тамамлаған (1951). 1960 й. алып БДУ‑ла эшләй: органик химия каф. ойоштороусы һәм уның мөдире (1961 й. тиклем һәм 1965— 75 йй.), бер үк ваҡытта 1967—72 йй. химия ф‑ты деканы. 1975—86 йй. Днепропетровск химия‑технология ин‑тында: пластик массаларҙың химик технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1979 й. — тәбиғи полимерҙар бүлегенең фәнни етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре кетен һәм уның сығарылмалары химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, аминдарҙы кетен м‑н ацетилирлау мәсьәләләренә арналған. Уның тарафынан буяуҙар, антибиотиктар, плёнка материалдары алыр өсөн кетен һәм хлороуксус к‑талары нигеҙендә аминдарҙы хлорацетилирлау ысулы тәҡдим ителә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Сибтяжмаш” ПБ‑нда (Красноярск ҡ.) индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 62 уйлап табыу авторы. Александр Невский (1943), 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Этилен в промышленности. Уфа, 1960.

И.Б.Абдрахманов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика