САХАРОЗА, ҡамыш йәки сөгөлдөр шәкәре, иң мөһим дисахаридтарҙың береһе; үҫемлектәрҙең резервтағы матдәһе. Фотосинтез барышында барлыҡҡа килә, япраҡта, һабаҡта, тамырҙа, сәскәлә, емештә туплана. Төҫһөҙ кристалдар (15 төрө билдәле, формаһы кристаллашыу процесының шарттарына бәйле), һыуҙа яҡшы эрей, поляр органик эреткестәрҙә һәм һыу‑органик ҡатнашмаларҙа уртаса эрей, абсолютлаштырылған спирттарҙа һәм поляр булмаған органик эреткестәрҙә эремәй, tиреү 185—186°С. Эреү т‑раһынан юғарыраҡ т‑раға тиклем йылытҡанда тарҡалыуы, эретмәнең төҫләнеүе (карамелләшеүе) күҙәтелә. С. һелтеләр тәьҫиренә тотороҡло, к‑талар тәьҫиренән глюкозаға һәм фруктозаға (ҡара: Тәбиғи шәкәрҙәр) еңел тарҡала (гидролизлана). С. гидролизы (инверсия) эретмәнең сағыштырма әйләндереү билдәһенең үҙгәреүенә килтерә. Һелтеле металдар һәм һелтелеер металдарының гидроксидтары м‑н комплекслы берләшмәләр (сахараттар) барлыҡҡа килтерә. Сәнәғәттә шәкәр ҡамышы йәки шәкәр сөгөлдөрө һутынан алына. Аҙыҡ (шәкәр) булараҡ һәм кондитер изделиелары составында, юғары концентрацияла — консервант булараҡ ҡулланыла. С. төрлө микроорганизмдар м‑н әсетеп этил спирты һәм башҡа спирттар, ацетон, һеркә, һөт к‑талары һ.б. алына. Башҡортостанда урындағы һәм килтерелгән сеймалдан Ҡарлыман шәкәрһөтконсерва комбинатында, Мәләүез шәкәр заводында, Раевка шәкәр заводында, Шишмә шәкәр заводында шәкәр етештереү үҙләштерелгән.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика