САФИУЛЛИН Рөстәм Лотфулла улы (1.1.1953, Куйбышев өлк. Алькино а.), химик‑кинетик. Химия ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин‑тында эшләй (2002 й. алып лаб. етәксеһе, бер үк ваҡытта дир. урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре окисланыуҙың радикал‑сылбырлы процестарын, углеводородтарҙың сульфоокисланыуын тикшереүгә арналған. С. тарафынан углеводородтар сульфоокисланыуының аралыҡтағы молекуляр продукттары — алкансульфонадкислоталар сығарып алына, уларҙың окисланыу әүерелештәре өйрәнелә. Алкансульфокислоталар (натрий тоҙҙары — йомшаҡ өҫкө йөҙҙә актив матдәләр) алыу технологияһының фәнни нигеҙҙәре, элементар радикаллы реакцияларҙы һан яғынан өйрәнеү ысулдары эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Alkylperoxy Sulfonic Acids: Thermal Stability and Oxidizing Properties //Focus on Polymer Research. New York, 2004. (авторҙ.); Peroxide Intermediates of Olefin Ozonolysis - Carbonyl Oxides: Kinetics of Reactions //Peroxides at the Beginning of the Third Millennium. New York, 2004. (авторҙ.).

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика