САФИЕВ Олег Ғәниәт улы (20.12.1952, Өфө), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1994). ӨНИ‑не тамамлаған (1975), 1977 й. алып шунда уҡ эшләй (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. — Теүәл органик синтез ҒТИ‑ның органик синтез бүлеге мөдире. 1995 й. башлап “Петро‑Сервис” фирмаһының техник дир., 2006 й. — Янар ҡаҙылмалар ин‑ты һәм “Ростехнологиялар” Дәүләт корпорацияһының төп ғилми хеҙм‑ре (бөтәһе лә — Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре карбендар химияһын, циклик берләшмәләрҙең радикаллы реакцияларын тикшереүгә, пластик майҙар технологияларын булдырыуға арналған. С. тарафынан АВТ‑8 ҡулайламаһында мазутты ҡыуыуҙың вакуум булдырыу системаһы (2008 й. “ТНК‑ВР” компанияһында етештереүгә индерелгән, Украина), профилактик һәм пластик майҙар әҙерләү технологияһыэшләнә (“Рәсәй тимер юлдары”ААЙ‑нда). 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. (1983), Башҡортостан комсомолы пр. (1981) лауреаты.

       Хеҙм.: Реакции ацеталей с карбенами. Новосибирск, 1990 (авторҙ.); Межфазный катализ в химии 1,3‑диоксацикланов. М., 1993 (авторҙ.).  

 

                                                     Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Яндекс.Метрика