САФАРОВА Валентина Исаевна (17.4.1950, Краснодар крайы Самурская ст.) химик‑эколог. Химия ф. д‑ры (2005), проф. (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Бөтә союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында (Өфө) эшләй: 1981 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — аналитик үҙәк етәксеһе. 1994 й. башлап БР тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау Дәүләт ком‑тының Башҡ. респ. аналитик үҙәге нач., 1995 й. — БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идараһы начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре тирә‑яҡ мөхитте экоаналитик контролдә тотоу системаһын булдырыуға арналған. С. етәкс. юғары технологик ҡорамалдарҙы файҙаланып тәбиғи объекттарҙа органик токсиканттарҙың физик‑химик анализ ысулдары эшләнә һәм индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы.

          Хеҙм.: Экоаналитический контроль в системе оценки качества окружающей среды. М., 2004 (авторҙ.)

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Яндекс.Метрика