САНГАЛОВ Юрий Александрович (28.4.1938, Горький ҡ.), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия ф. д‑ры (1981), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976). Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1960) Полимерҙар химияһы һәм технологияһы ҒТИ‑нда (Дзержинск ҡ.) эшләй. 1972 й. алып Өфөлә: Химия ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р һәм лаб. мөдире, 1992 й. — Нефтехимия һәм катализ ин‑тында лаб. мөдире, 2005 й. — Нефть химияһы эшкәртеү ин‑тында фәнни консультант. Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙы каталик синтезлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә,  композициялы материалдар эшләүгә арналған. С. етәкс. комплекслы юғары селектив катализаторҙарҙы файҙаланып cинтездың катионлы, ион‑координацион процестарын көйләү принциптары, олефин һәм винил полимерҙарын модификациялау, традицион булмаған материалдар эшләү (һуҙылыусан шыйыҡ, һыу м‑н тулыландырылған, импрегнирланған, ҡатмарлы составлы сеймал нигеҙендә) б‑са фәнни‑техник йүнәлеш үҫтерелә. Бутилкаучук, поливинилхлорид, полиизобутилен, пентапласт етештереүҙә энергия, ресурс һаҡлау технологиялары (Ефремов, Салауат, Һамар, Сумгаит, Өфө ҡҡ. пр‑тиеларында һ.б. индерелгән), энтомологик елемдәр нигеҙендә үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулдары (РФ‑та һәм БДБ илдәрендә) эшләнгән. Аппараттар төҙөүҙә, мед., фармацияла, урман һәм а. х. ҡулланылған юғары теүәллектә булған изделиелар етештереү материалдары, герметиклаштырыусы составтар, май, мазь, елем препараттары алынған. С. ҡатнашлығында икенсел тәбиғи һәм нефтехимия сеймалдарын (дисперс үҙағас, ыҫмалалар, элемент көкөрт һ.б.) эшкәртеү ысулдары эшләнә. 480‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 120 уйлап табыу авторы.

   Хеҙм.: Изобутилен и его полимеры. М., 1986 (авторҙ.); Синтез, модификация и применение пентапласта. СПб., 1992 (авторҙ.); Polymer Derived from Isobutylene. Synthesis, properties, application. Utrecht  [etc.], 2001 (авторҙ.).

                                                                                            В.Н.Одиноков

                                              Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров 

 

 

Яндекс.Метрика