САДИҠОВ Рим Хәсән улы (20.7. 1934, Өфө — 4.8.1999, шунда уҡ), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1996). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958) Омск НЭЗ‑ында эшләй. 1962 й. алып Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында: 1973 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 й. — сектор мөдире, 1979 й. — бүлек мөдире, 1980 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре сеймал әҙерләү процестарын (термик крекинг, висбрекинг), нефть кокстарын, пектарын етештереү (кокслаштырыу) һәм файҙаланыуҙы тикшереүгә арналған. С. етәкс. анизотропик структуралы, КНПС‑3К махсус маркалы һәм төрлө тәғәйенләнешле башҡа кокстарҙы алыу технологиялары эшләнгән, Яңы Куйбышев, Баҡы һ.б. НЭЗ‑дарҙа индерелгән. Румыния (1978, 1981), Югославия (1979), ГФР (1982) һәм Кубала (1986) кокслаштырыу ҡоролмаларын проектлауҙа, уларҙы үҙләштереүҙә, кокс ҡыҙҙырыуҙа ҡатнашҡан. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Влияние природы сырья на физико‑химические свойства коксов //Химия и технология топлив и масел. 1969. №11 (авторҙ.).

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Яндекс.Метрика