САДИҠОВ Рәйес Әсхәт улы (18.7.1948, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), физик. Химия ф. д‑ры (2009). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1971) Органик химия ин‑тында эшләй (1981 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. башлап Рәсәй ФА Урал бүлексәһе Коми ғилми үҙәге Химия ин‑тында (Сыктывкар ҡ.) тикшеренеүҙәрҙең физик‑химик ысулдары лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металорганик берләшмәләрҙең радикаллы реакцияларын, металл комплекслы катализ механизмын, ядроларҙың химик полярлашыуын өйрәнеүгә, ядро‑магнит резонансы һәм электрон‑парамагнит резонансы спектроскопияһын химияла ҡулланыуға арналған. 80‑се йй. Л.М.Хәлилов м‑н берлектә химик күсештәр өсөн аддитив схемалар б‑са ЯМР13С спектрҙарын иҫәпләү өсөн компьютер программаһы уйлап табыла, 90‑сы йй. аҙ. “Геофизика” фәнни‑производство фирмаһы м‑н нефтле, газлы ҡатламдарҙы асыҡлау мөмкинлеге биргән нефть‑газ скважиналарын ядро‑магнит каротажлау приборы булдырыла. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 13 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Превращения циклогексана под действием галогенидов алюминия, генерируемых in situ //Журнал прикладной химии. 2004. Т.77. Вып.7 (авторҙ.); The ESR and NMR investigated complexes of free radical with transition metals //Journal of Magnetic Resonance. 1973. Vol.9, 13 (авторҙ.).

Л.М.Хәлилов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Яндекс.Метрика