САБИРОВ Зөфәр Миңлеғәзим улы (7.4.1951, Дәүләкән ҡ.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 2‑се урта мәктәп уҡытыусыһы (Дәүләкән), 1973 й. алып Органик химия ин‑тында: 1990 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. — төп ғилми хеҙм‑р.2001 й. башлап Мәскәүҙә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре катализаторҙар тәьҫирендә стереорегуляр полимерҙар алыу механизмын өйрәнеүгә арналған. С. ҡатнашлығында диендар полимерлашыуының цис‑ һәм транс‑стереорегуляр, полимерлашыуҙың актив үҙәктәре төҙөлөшө юлдары үҫтерелә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 

Хеҙм.: π—σ‑перегруппировка — ключ к пониманию цис‑стереоспецифичности действия каталитических систем типа Циглера—Натта //Доклады Академии наук. 1993. Т.332. №1 (авторҙ.); Роль структуры диена в механизме регио‑ и стереорегулирования при полимеризации под действием каталитической системы NdCl3·3ТБФ—Al(i‑C4H9)3 //Высокомолекулярные соединения. Серия Б. 1997. Т.39. №1 (авторҙ.).

 

                                                 Ю.Б.Монаков

                                     Тәрж.  Й.Ш.Мөхәмәтйәров 

 

Яндекс.Метрика