АҪЫЛ ТАШТАР, зәргәрлек эшендә ҡулланылған, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған минералдар. Күпселеге үтә күренмәле, ялтыр, юғары ҡатылыҡта, көслө яҡтылыҡты таратыу, ҡырлауҙы ҡабул итеү һәләте булыуы м‑н айырыла; матур саф төҫтә йәки төҫһөҙ була. А.Е.Ферсман һәм М.Бауэр классификацияһына ярашлы, берләштерелеүсе таштарҙың сағыштырмаса ҡиммәттәренә бәйле төркөмдәргә бүленә. 1‑се төркөм А.т.: алмас, сапфир, рубин, зөбәржәт, александрит, затлы шпинель; уларға ш. уҡ органик сығышлы А.т. — ынйы инә; 2‑се төркөм: топаз, берилл (аквамарин, воробьевит, гелиодор), алһыу турмалин (рубеллит), аметист, альмандин, уваровит, циркон (гиацинт, һары һәм йәшел циркон), затлы аҡ аҡыҡ; 3‑сө төркөм: фирүзә, йәшел һәм күп төҫлө турмалиндар, кордиерит, диоптаз, эпидот, тау гәлсәре, күкһел кварц (раухтопаз), яҡты аметист, гелиотроп, хризопраз, ярым аҡ аҡыҡ, аҡыҡ, ҡыр шпаты (ҡояш ташы, айташ), содалит, пренит, андалузит, диопсид, гематит (кровавик), пирит. А.т. ш. уҡ техник маҡсаттарҙа ҡулланыла: аныҡ приборҙар эшләүҙә, оптика, сәғәт, радиоэлектроника сәнәғәтендә, быраулау эше техникаһында (ҡара: Быраулау) һ.б. БР терр‑яһында Ағиҙел й. уң ҡушылдыҡтарының аллювиаль ултырмаларында алмас бөртөктәренең (ҙурлығы 2,5 мм тиклем) күп табылыуы билдәле; һирәк кенә рубин бөртөктәре (0,5 мм кәмерәк) осрай. Тау гәлсәре ятҡылыҡтары (хәҙ. эшкәртелгән) мәҡсүт метаморфик комплексына һәм белорет метаморфик комплексына тура килә, һуңғыһында Тёплое күкһел кварц сығанағы (Белорет р‑ны) бар.

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов