РОЛЬНИК Любовь Зелиховна (6.3. 1951, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1996), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2002—07 йй. технология ф‑ты деканы урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1992—96 йй. Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре гетероциклик берләшмәләрҙең радикаллы реакцияларын, аҙ күләмле продукттар химияһын, ацеталдәр химияһында фаза‑ара катализды файҙаланыуҙы тикшереүгә арналған. Р. тарафынан циклик ацеталдәрҙе трансформациялау принциптары һәм улар нигеҙендә реактивтарҙы синтезлау ысулдары эшләнә, улар “Уфареактив” з‑дында етештереүгә индерелә. 380‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Прогресс химии кислородсодержащих гетероциклов. М., 1992 (авторҙ.); Химия производных глицерина. Уфа, 1992 (авторҙ.); Межфазный катализ в химии 1,3‑диоксацикланов. М., 1993 (авторҙ.).

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров