РОЗЕНЦВЕТ Виктор Александрович (1.5.1954, Салауат ҡ.) химик. Химия ф. д‑ры (2009). Волгоград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) Стәрлетамаҡ тәжрибәсәнәғәт нефтехимия з‑дында эшләй: 1979 й. алып сектор етәксеһе, 1982 й. — лаб. начальнигы. 1987 й. башлап Тольятти ҡ.: “Синтезкаучук” ПБ‑нда лаб. нач., 1992 й. алып РФА Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы ин‑тында өлкән һәм 2009 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге синтетик гуттаперча һәм каучук, ш. иҫ. СКОП маркалы олигопиперилен, технологияларын алыуға, уларҙы Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында һәм “Синтезкаучук” пр‑тиеһында производствоға индереүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1984).

Х е ҙ м.: Влияние добавок хлоридов переходных металлов на активность ванадиевых каталитических систем //Известия Академии наук СССР. Серия химическая. 1982. № 5 (авторҙ.); Катионная полимеризация 1,3‑пентадиена в присутствии оксихлорида ванадия //Высокомолекулярные соединения. Серия Б. 2010. Т.52. № 10.

В.Г.Козлов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.