РИФОРМИНГ (ингл. reforming), юғары октанлы автомобиль бензиндары, ароматик углеводородтар (бензол һәм уның гомологтары), водород тотороҡло газ алыр өсөн нефттең бензинлы, лигроинлы фракцияларын эшкәртеү (ҡайнау сиктәре 60—180°С). Термик һәм каталитик (катализаторҙар булғанда водород баҫымы аҫтында) Р. айырыла. Термик Р. 530—560°С т‑рала, 5—7 МПа баҫымда үткәрәләр, октан һаны 70—72 булған бензин алалар. Төп реакциялары: дегидрогенлау, нафтен углеводородтарын дегидроизомерлаштырыу, деалкиллаштырыу, ароматик углеводородтарҙы конденсациялау. Процестың етешһеҙлектәре: кәрәк продукттың түбән сығышы (сеймалдың газ, кокс сифатында юғалыуы), бензинда туйындырылмаған углеводородтарҙың миҡдары юғары булыуы (тотороҡлоғон, тетраэтилсвинецҡа һыйҙырышлылығын кәметә). Каталитик Р. гидроформинг (480—550°С, 1,5—2,5 МПа алюмин‑молибденлы катализатор ҡулланып) һәм платформинг (450—520°С, 1,5— 4 МПа, платина, рений, иридий, германий һ.б. тотороҡло платина, платина‑рений һәм полиметаллы катализаторҙар ҡулланып) процестарына бүленә. Ароматик (6‑быуынлы углеводородтарҙы дегидрирлау һәм 5‑быуынлы нафтенлы алкиллаштырылған углеводородтарҙы дегидроизомерлаштырыу, парафинлы углеводородтарҙы дегидроцикллаштырыу) һәм изопарафинлы (изомерлаштырыу, юғары молекуляр пара-финдар гидрокрекингы) углеводородтар барлыҡҡа килә; бер үк ваҡытта гидрирлау, туйындырылмаған углеводородтар полимерлашыуы, ароматик углеводородтарҙы катализатор өҫтөнә кокс ултырып деалкилһыҙлаштырыу, конденсациялау кеүек өҫтәмә реакциялар күҙәтелә. Каталитик Р. ваҡытында нафтен углеводородтары 90—95%‑ҡа ароматик углеводородтарға әйләнә; парафин углеводородтарҙың конверсия дәрәжәһе баҫымға бәйле. Бензин фракцияларының Р. һөҙөмтәһендә октан һаны 90—99 булған бензиндың 80—88% өлөшөн, 1,5—2% водород, газ формаһындағы углеводородтар алалар. Башҡортостанда Р. бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарының технологик схемаһына инә: каталитик Р. ҡоролмалары Өфө (ҡеүәте йылына 400 мең т) һәм Яңы Өфө НЭЗ‑дарында (йылына 1 млн т),__ “Уфанефтехим” (дөйөм ҡеүәте йылына 600 мең т), “Газпром нефтехим Салават” (йылына 1 млн т) бар. Тәүге термик Р. ҡоролмаһы 1938 й. Өфө нефть эшкәртеү заводында төҙөлгән. 1960 й. термик крекинг ҡоролмаһында Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) бензин‑лигроин фракцияларының, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында тура ҡыуылған бензин фракцияларының термик Р. үҙләштерелә. Каталитик Р. ҡоролмаһы 50‑се йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) һәм 18‑се комб‑тта (“Газпром нефтехим Салават”), 1964 й. — Өфө НЭЗ‑ында төҙөлә; платформинг ҡоролмаһы — 1967 й. Салауат нефтехимия комб‑тында сафҡа индерелә.

Әҙәб.: С у л и м о в А.Д. Каталитический риформинг бензинов. М., 1973; Катализаторы риформинга. Минск, 1976; Промышленные установки каталитического риформинга. Л., 1984.

К.Ғ.Әбделминев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 Текст на русском языке