РӘСМИ СИКЛӘНЕҮЛЕ ТАШЛАНДЫҠ (РСТ), ваҡыт берәмегендә атмосфераға сығарылған иң ҙур рөхсәт ителгән газ ҡалдыҡтарында бысрата торған матдәнең фәнни нигеҙләнгән техник нормаһы. Һауаның ер тирәһендәге ҡатламында сығанаҡтан йәки сығанаҡтар йыйылмаһынан бысрата торған матдәнең миҡдары халыҡҡа, хайуан һәм үҫемлектәр донъяһы өсөн ГОСТ 17.2.1.04‑77 ярашлы ПДК‑нан артмаҫҡа тейеш. РСТ төп әһәмиәте (иң ҙур концентрациялар һәм тулайым ҡалдыҡтар ташлау) технологик һәм газ‑таҙартыу ҡорамалының тулы йөкләнеш һәм нормаль эшләү шарттарында билдәләнә һәм теләһә ҡайһы 20‑минутлы арала артмаҫҡа тейеш. Аныҡ шарттарҙы иҫәпкә алып, РСТ нормативтарын ҒТИ‑лар һәм проект ойошмалары эшләй (метеорологик, ландшафт һ.б.), Рәсәй экология, технология һәм атом күҙәтеүе б‑са федераль хеҙмәт раҫлай. Башҡортостанда 1960 й. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда М.Л.Красовицкая етәкс. атмосфера һауаһының гигиена лаб. ойошторола. Бөтә Союз нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте фәнни‑тикшеренеү һәм проект ин‑ты (Мәскәү) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә илдә нефть эшкәртеү з‑дтарын проектлағанда терр. санитар‑һаҡлау зоналарын билдәләү б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 80‑се йй. СССР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ин‑тҡа килешеү өсөн нефть‑газ, нефтехимия пр‑тиеларын төҙөү һәм реконструкциялау проекттары ебәрелә.

Л.А.Зеленина, С.А.Маннанова

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.